ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 майҙа «Первушино» аэродромында
«Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды Өфөләге инициатив төркөм менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн «1945 йылдың күге» тип аталған байрам концерты уҙғара. Сара Еңеүҙең 70 йыллығына арнала.