ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Студент яҙы-2015» ижади фестивале «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сағыу гала-концерт менән
тамамланды. Тамаша ике сәғәт буйына барҙы. Концерт Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына, Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына һәм Әҙәбиәт йылына арналды.