ӨФӨ, 2015 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александра Хисаметдинова/. Яңыраҡ Мәскәүҙә йылдағыса башҡорт телендә шаяндар һәм отҡорҙар уйыны
үтте. Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар өсөн традицияға әүерелгән сараға 300-ҙән ашыу кеше килде. Уйын С.Орджоникидзе исемендәге геология-разведкалау университетының тамашалар залында уҙҙы.