12:24 (UTC+5), 24 Апреля 2015

Өфөлә Википедияның төбәк телдәре бүлектәренең әүҙем ағзалары йыйылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Башҡорт Википедияһының 10 йыллығына бағышланған «Вики-Һабантуй 2015» саралар комплексы бара. 25 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында ойоштороласаҡ «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы проекттың мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев ошо хаҡта һөйләне. Күләмле форумда Башҡортостандан, Татарстандан, Тыванан, Чечнянан, Төмән өлкәһенән, Украинанан, Польшанан вәкилдәр ҡатнаша.
— Форумдың маҡсаты — Башҡортостанды донъяға танытыу, ә республика йәмәғәтселегенә төрлө милләтле кешеләр ҡатнашҡан Википедия кеүек донъя күләмендәге проектты күрһәтеү. Улар үҙ теләге менән бөтә кешелек өсөн мәғлүмәт сығанағын булдырыу өҫтөндә эшләй, — тине Рөстәм Нуриев.
«Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Рәсәй төбәктәрендә энциклопедик проекттарҙы үҫтереүҙең төп ойоштороусыһы булып тора. Уның бурысы — интернет-энциклопедияның бәләкәй бүлектәренә булышлыҡ итеү.
Башҡорт Википедияһы Рәсәй халыҡтарының тел бүлектәре араһында тиҙ үҫешеүсе проекттар иҫәбендә, проекттың татар, төрөк, лезгин биттәре лә әүҙем тулыландырыла. Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Зөфәр Сәлихов һүҙҙәренсә, мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурс үткәргәндән һуң яңы авторҙар, мөхәррирҙәр күбәйгән. Ул башҡорт телендәге интернет-энциклопедияны донъя берләшмәһендә таныуҙарына ышаныс белдерҙе.
Интернет-энциклопедияның төрлө берләшмә вәкилдәре Башҡорт дәүләт университетында үтәсәк Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында белемдәре һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашырға ниәтләй, милли проекттарҙың, Википедияның бәләкәй бүлектәренең үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерәсәк.
Матбуғат конференцияһы тамамланғас, Башҡорт Википедияһы ирекмәндәренең эшен әүҙем яҡтыртҡан республика журналистарын һәм редакцияларҙы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығын, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәрен, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ватандаш», «Аманат» журналдарын, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын, «Юлдаш» каналын бүләкләү булды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика