Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2015, 13:29
Өфө фонтандар миҙгелен асыуға әҙерләнә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә фонтандар миҙгелен асыуға әҙерлек бара.
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дим районында дүрт фонтан асыла – 1 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Хәҡиҡәт һәм Левитан урамдарында, 1-се яртыла – Хәҡиҡәт урамындағы Әкиәттәр аллеяһында, сәғәт 2-лә Таллин урамындағы «Орион» Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы скверында фонтандар эшләй башлай.
Шул уҡ көндө Салауат Юлаев майҙанында, Ленин исемендәге паркта, Мостай Кәрим исемендәге скверҙа һәм ҡала ЗАГС-ы алдындағы майҙанда фонтандар асыла.
30 апрелдә көндөҙгө сәғәт 12-лә «Искра» кинотеатры һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа фонтандар эшләй башлай.
Теги:
фонтандар
Читайте нас: