07:35 (UTC+5), 22 Апреля 2015

Тәүлек эсендә Йомағужа һыу һаҡлағысындағы һыу кимәле ике метрға күтәрелгән

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандағы яҙғы ташҡын буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 2015 йылдың 22 апреленә тәүлек эсендә Йомағужа һыу һаҡлағысындағы һыу кимәле 214 сантиметрға, Павловка һыу һаҡлағысында — 67, Нөгөштә 151 сантиметрға артҡан. Тораҡ пункттарҙы һыу баҫмаған.
«Башинформ» агентлығына Йомағужа һыу һаҡлағысы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә һиҙелерлек күтәрелгән һыу кимәле нормаға тап килә һәм тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәшәүселәргә хәүефләнергә сәбәп юҡ.
«Өфө» гидрологик посы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле тәүлек эсендә 31 сантиметрға артҡан, әлеге ваҡытта һыу кимәле 307 сантиметр тәшкил итә. Дим йылғаһы бер төн эсендә ете сантиметрға күтәрелгән. Хәҙерге мәлдә һыу кимәле — 266 сантиметр. Шаҡша биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһы 25 сантиметрға артҡан, һыу кимәле 351 сантиметр тәшкил итә. Өфөлә һыу кимәле 620-720 сантиметрға етәсәк тип күҙаллана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика