10:35 (UTC+5), 22 Апреля 2015

Башҡортостандың йылға-күлдәрендә аҡҡоштар күренә башланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың йылға-күлдәрендә аҡҡоштар күренә башланы. Атап әйткәндә, Туймазы районындағы һыу ятҡылығына аҡҡоштар ҡайтҡан. Ундағы боҙ тулыһынса иреп бөтмәһә лә, пар аҡҡоштар күлгә төшкән. Йыл һайын эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәүселәр матур ҡоштарға ҡарап һоҡлана. Былтыр яҙ бында күпмелер ваҡыт биш аҡҡош йәшәгән.
«Ҡандракүл» тәбиғәт паркы экологы Ирина Сабирова һүҙҙәренсә, Ҡандракүл — аҡҡоштарҙың яратҡан урыны. Осош ваҡытында унда 320-гә яҡын ҡош иҫәпләнә, әммә барыһы ла ояламай. 2012 йылда ете пар оя ҡорған. Ҡағиҙә булараҡ, ҡоштар апрель баштарында ҡайта һәм декабргә тиклем ҡала, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика