10:17 (UTC+5), 21 Апреля 2015

Башҡорт ҡыҙы «Һоҡланғыс һылыуҡай» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостаны һылыуы Эльвира Ишморатова «Һоҡланғыс һылыуҡай» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһенең финалында ҡатнашыуға саҡырыу алды. Конкурс 28-31 майҙа Мәскәү һәм Тверь өлкәләре сигендә үтә.
Сараның рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдең тәүге көнөндә 5 йәштән 12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ярыша. Икенсе көндө өлкәндәр өсөн матурлыҡ конкурсы ғәҙәти булмаған форматта уҙа: 90-60-90 стандарттарына тап килгән моделдәр plus size моделдәренә ҡаршы сығыш яһай.
— Проекттарымдың һәм башҡорт халҡының матурлығы халыҡ-ара конкурсты ойоштороусыларҙы ҡыҙыҡһындырыуына бик шатмын. Шундай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, — ти Эльвира Ишморатова.
Фестиваль сиктәрендә Рәсәй һәм сит ил дизайнерҙарының кейем-һалым коллекцияһы күрһәтеләсәк, донъя кимәлендә билдәле йондоҙҙарҙың концерты, экскурсиялар, фотосессиялар ойоштороласаҡ. Жюри составында — режиссер, яҙыусы һәм актер Андрей Житинкин, фоторәссам Vogue Джо д'Орсей (Франция), стилист Хакуйо Мийа (Япония), рәссам Никас Сафронов, модель һәм фоторәссам Велвет д'Амур (Франция), сумо көрәше буйынса донъя чемпионы Олеся Коваленко, йырсы Виктория Пьер Мари.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика