06:18 (UTC+5), 20 Апреля 2015

«Һылыуҡай - 2015» конкурсында Санкт-Петербург студенткаһы еңеү яуланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.«Һылыуҡай - 2015» республика гүзәллек бәйгеһендә Гран-приға Йылайыр районынан Илнара Үтәшева лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта ул Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем ала.
Башҡортостандың иң сибәр ҡыҙҙарын «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡотланылар.
Беренсе урынды һәм вице-мисс исемен Күгәрсен районынан Зәлиә Яппарова алды, икенсе урынды Салауат районынан Гөлшат Манапова менән Магнитогорскиҙан Светлана Кожаринова бүлеште, өсөнсөлә — Ишембайҙан Гөлназ Ильясова, Баймаҡтан Илнара Рахманғолова һәм Өфөнән Диана Мөхәмәтйәнова.
«Һылыуҡай - 2015» тажына дәғүә итеүселәр сибәр һәм сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙән тыш, башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса һынау тотто. Әҙәбиәт йылына арналған ярышта иһә ҡатнашыусылар үҙҙәренә оҡшаған әҙәби образ һайлап алып, улар исеменән сығыш яһаны.
Конкурстың финалы 25 апрелдә киске сәғәт 9-сы 15 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтеләсәк.
Быйылғы «Һылыукай» бәйгеһе 23-сө тапҡыр үткәрелде. Ошо йылдар эсендә унда 200-ҙән ашыу башҡорт һылыуҙары ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика