10:03 (UTC+5), 20 Апреля 2015

Сибайҙа ҡалаға нигеҙ һалыныуға 60 йыл тулыу уңайынан акциялар уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Сибай ҡала советы депутаттары уҡыу йорттарында ҡаланың юбилейына һәм ҡала округы Советының 10 йыллығына арналған асыҡ дәрестәр үткәрә. Акция Урындағы үҙидара көнө алдынан уҙғарыла. Асыҡ дәрестәргә почетлы граждандар — тәүге төҙөүселәр, таусылар һәм сәнәғәтселәр саҡырылған, улар уҡыусыларға ҡаланың барлыҡҡа килеү тарихы хаҡында бәйән итә, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.
Сибай ҡалаһы ҡала округы депутаттарының башланғысына территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Сафа Ишмөхәмәтов та ҡушылды. Ул 5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Сибай ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихы» темаһына асыҡ дәрес үткәрҙе. 10-11 класс уҡыусылары уның лекцияһын ҡыҙыҡһынып тыңланы һәм ҡаланың тарихы буйынса слайдтар ҡараны. Дәрестә 1955 йылда ҡала статусын алған эшселәр ҡасабаһының төҙөлөүе, күпме халыҡ йәшәгәнлеге тураһында статистик мәғлүмәттәр килтерелде, тәүге нигеҙ һалыусыларҙың фамилиялары аталды.
Уҡыусыларҙы һуғыш йылдарындағы Сибай хаҡында һөйләүҙәр тетрәндерҙе. Һуғыш башланыуы тураһында хәбәр алғас, ҡасабаның майҙанында 700-ҙән ашыу кеше йыйыла. Шунда уҡ үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫыу тураһында ғаризалар килә башлай. Икенсе көндө мобилизация башлана.
Сибайҙар совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүенә лайыҡлы өлөш индергән, 315 кеше «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» өсөн миҙалы менән бүләкләнгән.
Ҡаланың Почетлы гражданы Сафиулла Хәсәнов Сибайҙың автотранспорт предприятиеһы үҫеше тарихы хаҡында һөйләне. Ул 40 йылдан ашыу Сибай АТП-да эшләгән, шоферҙан алып предприятие директорына тиклем хеҙмәт юлы үткән, «Хеҙмәт ветераны» тигән исемгә лайыҡ булған. Уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре», «Рәсәйҙең почетлы транспорт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика