10:54 (UTC+5), 17 Апреля 2015

Өфө, Дүшәнбе һәм Силәбе эксперттары Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының донъя иҡтисадындағы әһәмиәтен билдәләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө, Дүшәнбе һәм Силәбе эксперттары ШОС сиктәрендә иҡтисади интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе. Тема «ШОС һәм БРИКС: глобаль иҡтисадтың тотороҡлоҡ һәм үҫеш факторы» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли интернет-конференцияһында күтәрелгәйне. Уның ойоштороусылары булып Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Өфөләге «Самрау» Евразия үҙәге, Тажикстан Республикаһының Финанс министрлығы, Тажикстандың Финанс-иҡтисад институты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты сығыш яһаны.
Эксперттар фекеренсә, ШОС һәм БРИКС-тың донъя иҡтисадындағы роле әһәмиәтлерәк була бара.
— Бөтә илдәрҙәге финанс университеттарының бурысы — иҡтисади көрсөккә ҡаршы тора алырлыҡ белемле белгестәр әҙерләү, — тип билдәләне Тажикстандың Финанс-иҡтисад институты ректоры Ашурбой Солиев. — Шуға күрә ошондай видеоконференцияларға йәштәрҙе — студенттарҙы һәм аспиранттарҙы йәлеп итеү мөһим.
Ошо фекерҙе йөпләп, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рудик Исҡужин бөгөнгө көндә глобаль идара итеүҙең боҙолоуына, шуға күрә күп илдәрҙең иҡтисади һәм сәйәси яҡтан тотороҡлоҡ өсөн яҡлау эҙләргә мәжбүр булыуҙарына иғтибарҙы йүнәлтте. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ҙур биләмәле һәм донъя иҡтисадында әһәмиәтле урын биләгән илдәр өсөн тап шундай базаға әүерелде.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев үҙ сығышында белем биреү һәм фәнни өлкәләрҙәге төбәк-ара бәйләнеш мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Ошондай хеҙмәттәшлек концепцияһын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дүшәнбелә үткән ШОС саммитында иғлан иткәйне, тип билдәләне ул. Хәҙер, бер йылға яҡын ваҡыт үткәс, ошо башланғыс әүҙем үҫешә.
Конференцияны Тажикстан Финанс-иҡтисад институтының халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр факультеты деканы Николай Попов тамамланы. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү алдынан ошондай саралар үткәреүҙең әһәмиәтле булыуын билдәләне.
— Бөйөк Ватан һуғышы ШОС илдәре халыҡтары өсөн тарихтың изге бите булып тора. Тарихи хәтер — мәғариф, фән һәм иҡтисад өлкәләре өсөн нигеҙ, — тине Николай Попов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика