Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2015, 14:24

Башҡорт Википедияһының юбилейы уңайынан «Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәре нигеҙендә йыйынтыҡ донъя күрҙе

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн Башҡорт Википедияһы 10 йыллығын билдәләй. Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев хәбәр итеүенсә, Википедияның башҡорт телендәге бүлеге 2002 йылдың 2 июнендә булдырылған, әммә «Башҡортостан» тигән тәүге мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә яҙылған. Шуға күрә был көн башҡорт телендәге Википедияның рәсми тыуған көнө тип иҫәпләнә. Башҡорт Википедияһы 287 тел бүлеге араһында дөйөм мәҡәләләр һаны буйынса (34 меңдән ашыу) 82-се урынды биләй.
Башҡорт Википедияһының 10 йыллығы уңайынан «Викимедиа РУ» йәмәғәт ойошмаһы (Мәскәү) «Вики-Һабантуй 2015» уҙғара. «Википедия һәм мәғлүмәт йәмғиәте» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы сараның мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. Ул Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты булышлығында үтә. Сара 25 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32) уҙа. Иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Юбилей алдынан Википедия ағзалары һәм администраторҙар «Башинформ» агентлығының Башҡорт Википедияһы тураһында мәҡәләләрен туплап, айырым йыйынтыҡ итеп сығарған.
— Был Башҡорт Википедияһының юбилейына үҙенсәлекле бүләк һәм бер үк ваҡытта ошо йылдар эсендә «Башинформ» агентлығы менән хеҙмәттәшлек итеүебеҙгә йомғаҡ яһау булып тора. Йыйынтыҡ республикабыҙҙың баш ҡалаһына Башҡорт Википедияһының юбилей тантанаһына киләсәк Рәсәй һәм сит ил халыҡтарының башҡа тел бүлектәре вәкилдәре өсөн методик ҡулланма булыр тип ышанабыҙ, — тип һөйләне Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нуриев.
Читайте нас: