Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2015, 16:37
Республикала экологик өмәләрҙә ҡатнашыусылар 11 мең тонна сүп-сар йыйған
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда тораҡ пункттарҙың биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик кампания башланды. Тәүге яҙғы өмәләр 11 апрелдә ойошторолдо.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сарала 320 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, 11 мең тонна ҡаты ҡалдыҡтар йыйылған.
Биләмәләрҙе йәшелләндереү һәм юл япмаларын ремонтлау башҡарыла. Ауырғазы, Бишбүләк һәм Өфө райондарында йәшелләндереү буйынса саралар уҙғарылған. Бөгөнгө көндә 67 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған, 102 мең квадрат метр самаһы юл япмаһы ремонтланған.
Республикала экологик кампаниялар 16 майға тиклем дауам итә.
Теги:
экология
өмәләр
Читайте нас: