04:56 (UTC+5), 14 Апреля 2015

Экологтар Урал аръяғы йылғаларындағы һыуҙың сифаты яҡшырыуын билдәләй

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм Экология министрлығы дәүләт аналитика контроле идаралығының лаборатор тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, Урал аръяғында һыу объекттарының сифаты яҡшырыуы күҙәтелә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тимер, марганец, сульфаттар, нитриттар, нитраттар һәм хлоридтар күләме буйынса Таналыҡ йылғаһындағы һыуҙың сифаты яҡшырған. Төйәләҫ йылғаһында ла баҡыр һәм марганец буйынса ыңғай динамика күҙәтелә.
— Таналыҡ һәм Төйәләҫ йылғалары буйындағы ерҙәр 2009 йылдан күҙәтеүгә алынған. Былтыр Төйәләҫ йылғаһының уң ҡушылдығы булған Ҡарағайлы йылғаһы үҙәнен таҙартыу һәм киңәйтеү буйынса эштәр башланды. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 8 миллиондан ашыу аҡса бүленде. Таҙартыласаҡ урын11 километрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Һис шикһеҙ, ошо сараны ғәмәлгә ашырыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк, — тип аңлатма бирҙе министрлыҡтың Сибай биләмә комитеты рәйесе Гөлнара Ноғоманова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика