09:49 (UTC+5), 13 Апреля 2015

Өфөлә «Мәҙинә» мәсете асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөнөң Инорс биҫтәһендә «Мәҙинә» мәсете асылды. Тантанаға Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, власть һәм республика, күрше өлкәләрҙән мосолман руханиҙары вәкилдәре йыйылды.
— Беҙ күп конфессиялы республикала йәшәйбеҙ. Хөрмәтле Юғары мөфтөйгә дини хеҙмәте өсөн йәнә рәхмәт белдерәм, — тине Вячеслав Пятков.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы ғибәҙәтхана административ бинаның дүртенсе ҡатында урынлашҡан. Элек бында ҡаҙанлыҡ бүлмәһе булған. Эшҡыуарҙар уны һатып алып, ярты йыл эсендә төҙөкләндергән. Мәсеттә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым намаҙ уҡыу залдары бар.
— Был ғәжәйеп мәсет: манара ла, миһраб та юҡ. Күп йылдар инде Инорс биҫтәһендә йәшәүсе мосолмандар ҡуртымға алынған фатирҙың бер нисә бүлмәһендә намаҙ уҡыны. Мосолмандар ойошмаһына ярҙам итергә теләүсе кешеләр табылды һәм улар бер нисә йөҙ кеше һыйҙырышлы бинаны төҙөкләндерҙе, — тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин.
Тантаналы өлөштән һуң Юғары мөфтөй йома намаҙын уҡыны. Намаҙ тамамланғас, бөтә ҡунаҡтарҙы ла байрам өҫтәле көтә ине.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика