06:45 (UTC+5), 10 Апрель 2015

Өфөлә «Музейҙа шахмат» турниры еңеүселәре бүләкләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Милли музейында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған Өфө хакимиәте башлығының күсмә Кубогына шахмат буйынса турнир еңеүселәре һәм призерҙар бүләкләнде. Ярышты музей менән берлектә «Толпар» интеллектуаль спорт уйындары клубы ойошторҙо.
Ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, турнир 7 апрелдән 9-на тиклем үткән. Унда ҡаланың иң яҡшы йәш шахматсылары һәм шахмат спорты ветерандары ҡатнашты.
Был «Музейҙа шахмат» халыҡ-ара программаһы сиктәрендә үткәрелгән беренсе ҡала турниры. Ҙур мәҙәни үҙәктәрҙә ошондай ярыштар уҙғарыу идеяһы тәүге тапҡыр 2012 йылдың майында Третьяков галереяһының Инженер корпусында ойошторолған донъя чемпионы исеменә матч ваҡытында тормошҡа ашырыла. Һуңынан ошо программа сиктәрендә донъя беренселектәре, Рәсәй чемпионаттары һәм башҡа халыҡ-ара, дәүләт кимәлендәге ярыштар үткәрелә. Башҡортостандың Милли музейында ла шахматсылар ярышы ойошторолдо.
Турнир еңеүселәрен һәм призерҙарын ҡотларға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Флүр Ғәлләмов, Ирек Ниғмәтуллин, Өфө ҡала Советы депутаттары Филүс Ишбулатов, Иосиф Марач, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов һәм Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин килде.
Турнирҙың төп призы — Өфө хакимиәте башлығының күсмә Кубогы — абсолют еңеүсе Динар Әбелғужинға бирелде. Ул шулай уҡ 2006 йылғы һәм унан өлкәнерәк малайҙар араһында беренсе урын яуланы. Төрлө йәш категорияларында ла лауреаттар билдәләнде.
Еңеүселәр һәм призерҙер миҙалдар, почет грамоталары һәм кубоктарҙан башҡа, шахмат буйынса ярыштарға йөрөү өсөн аҡсалата сертификат алды. Бынан тыш, иң йәш ҡатнашыусыға турнирҙы ойоштороусыларҙың махсус бүләге тапшырылды. Өфөнөң Киров районы хакимиәте турнирҙа ҡатнашҡан бөтә ветерандар өсөн приздар булдырҙы. Ғәли Вәлиуллин еңеүселәргә йыл буйына Милли музейға бушлай йөрөү өсөн абонементтар бирҙе.
«Толпар» интеллектуаль спорт уйындары клубы һәм Башҡортостандың Милли музейы бындай ярыштарҙы даими уҙғарырға ниәтләй.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика