ӨФӨ, 2015 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаршамбы, 8 апрелдә, Балтас районында «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү» проекты сиктәрендә төҙөлгән, тип хәбәр итә ER.RU.
Спорт комплексын асыу тантанаһында Иҫке Балтас ауылы һәм Балтас районы халҡы ҡатнашты. Был улар өсөн күптән көтөлгән ваҡиға булды. Район спортсылары халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа бер нисә тапҡыр призлы урындар яуланы. Хәҙер иһә уларға заманса спорт ҡорамалдарында һәм уңайлы шарттарҙа буласаҡ чемпиондарҙы әҙерләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырылды.
Балтастарҙы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуы менән ҡотларға республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин килде. Тантанаға шулай уҡ Балтас районы йәмәғәтселеге вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, спорт ветерандары, район депутаттары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары һәм тәрбиәләнеүселәре саҡырылғайны. Сәләмләү телмәренән һуң «Капитал Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Алексей Лесин «Йәшлек» физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры Фәрит Ғәлимовҡа символик асҡыс тапшырҙы. Тантана ҡыҙыл таҫманы киҫеү менән тамамланды, шунан һуң район халҡы спорт комплексын ҡарап сыҡты.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы заманса талаптарға яуап бирә, унда бөтә шарттар ҙа булдырылған. Атап әйткәндә, хәҙер районда йәшәүселәр бассейнда йөҙә, тренажер һәм фитнес залдарында шөғөлләнә ала. Яңы комплекста мини-футбол, баскетбол, волейбол, өҫтәл теннисы секциялары ла эшләй. Бинала медпункт, кейенеү бүлмәләре, душ кабиналары урынлашҡан.
«Мин ошо физкультура-һауыҡтырыу комплексы өсөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һәм республика Хөкүмәтенә, «Берҙәм Рәсәй» партияһына үҙемдең һәм тәрбиәләнеүселәрем исеменән рәхмәт белдерәм. Бөгөн беҙҙә ысын байрам. Күреүегеҙсә, бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Иркен, яҡты залдар, заманса спорт тренажерҙары. Беҙ был хаҡта хыяллана ла алмай инек. Хәҙер барыһы ла бар. Яңы комплекс район үҙәгенең биҙәгенә әүерелер тип ышанам», — тине «Йәшлек» спорт комплексының фитнес-инструкторы Раушания Хәсәнова.
Ауыл халҡы башҡарылған эштәрҙе тейешенсә баһаланы. Йәштәр шунда уҡ тренажер залындағы ҡорамалдарҙы һынап ҡараны. Параллель рәүештә спорт залында волейбол буйынса тәүге ярыштар уҙҙы.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы» республикала спортты үҫтереүгә һәм халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бүлә. «Физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү» — ошо йүнәлештәге проекттарыбыҙҙың береһе генә. 2007 йылда проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда уның сиктәрендә ун физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылған. «Йәшлек» спорт комплексы — ун беренсеһе. Ағымдағы йылдың аҙағына тиклем йәнә ике ошондай объектты файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин.