Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2015, 10:35

Башҡортостанда тәүлек эсендә йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 7 апрелдә республикала тәүлек эсендә йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнде. Был хаҡта республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты ултырышында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев хәбәр итте.
Стәрлетамаҡ эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле — туғыҙ, Стәрле һәм дала йылғалары — 10, Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһы 11 пунктҡа күтәрелгән.
— Күҙаллауҙар буйынса, быйыл ташҡын уртаса күп йыллыҡ кимәлдә булыр тип көткәйнек, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гидрометтың һуңғы прогноздарынан күренеүенсә, бассейн буйынса ҡар ҡатламындағы һыу запасы күп түгел — уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 30-60 процентҡа кәмерәк. Хәүефһеҙлектән тыш, бында республиканы һыу менән тәьмин итеү һәм һыу һаҡлағыстарҙы тултырыу мәсьәләһе килеп тыуа, — тине Илдар Һаҙыев.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, йылғаларҙың асылыуы ғәҙәттәгенән өс көнгә алдараҡ көтөлә, тип өҫтәне министр. Ағиҙел йылғаһы бассейнында һыу кимәле норманан 0,2-1,5 метрға түбәнерәк, дала йылғаларында нормаға ярашлы буласаҡ.
— Быйыл республиканың 29 муниципаль берәмектәрендәге 156 ауылды һыу баҫыу хәүефе янай. Күп тигәндә — 258. Йорттарҙы һыу баҫҡан осраҡта, 570 ваҡытлыса йәшәү урыны әҙерләнгән, шуларҙың 50-һе — оҙайлы. 532 автобус һәм 31 йөҙөү сараһы файҙаланыуға әҙер, — тип һөйләне Илдар Һаҙыев.
Дөйөм алғанда, оператив төркөмдәрҙең эшен ойоштороу республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Теги: ташҡын
Читайте нас