Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2015, 16:08

Башҡортостанда Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса фонд булдырыла

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостанда Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса махсуслаштырылған фонд булдырыу буйынса эш башланды. Бындай башланғыс менән апрель баштарында йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфөлә генә түгел, башҡа ҡалаларҙа һәм муниципаль райондарҙа ла мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын асыҡлау һәм паспортлаштырыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.
Баш ҡалала яңы фонд хәл итәсәк бурыстар билдәләнгән һәм башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәләр, тип хәбәр иттеләр «Өфөнөң архитектураһын яҡлау» йәмәғәт ойошмаһынан. Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында бындай ойошмалар уңышлы эшләй, архитектура һәйкәлдәрен реставрациялау эштәрен тиҙләтә һәм уларҙы һаҡлауҙы күҙәтә.
Өфөлә 800-ҙән ашыу мәҙәни мираҫ объекттары иҫәпләнә. Уларға архитектура, ҡала төҙөлөшө, тарих, сәнғәт, археология һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындар ҡарай. Шуларҙың 307-һе Рәсәйҙең берҙәм дәүләт реестрына индерелгән, ҡалғандары асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары булып һанала.
— Хәҙер ағас архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау иң мөһим бурыс булып тора. Уларҙы нисек бар, шулай итеп ҡалдырыу мөмкин булмаҫ, моғайын. Ҡомартҡыларҙың күбеһе алебастрҙан төҙөлгән, шуға күрә улар оҙаҡҡа сыҙамай, — тип билдәләне оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов.
Архитектура ҡомартҡыларын тергеҙеү буйынса фонд реконструкцияға тотонолған сығымдарҙы контролгә алырға мөмкинлек бирәсәк. Был эштә йәмәғәт ойошмалары ағзалары әүҙем ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Бынан тыш, төбәк Башлығының тәҡдиме буйынса, Фонд иҫәбенә махсус белгестәр әҙерләргә мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: