09:37 (UTC+5), 07 Апреля 2015

Республика эҙәрмәндәре «Хәтер вахтаһы-2015» акцияһында ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан эҙәрмәндәре «Хәтер вахтаһы-2015» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Сара 6 апрелдә Новгород өлкәһенең Старая Русса ҡалаһында асылды. Тантанала Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Республиканан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков һәм Х.А.Солтанов исемендәге отряд (Туймазы) эҙәрмәне Риваль Канеев ҡатнаша.
«Башинформ» агентлығына Владимир Волков һөйләүенсә, Төмән эҙәрмәндәре дәүләт башлығы алдында Новосибирск өлкәһендә тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугире Никандр Ефимовтың туғандарына медальондың ҡушымтаһын тапшырҙы.
Сара барышында Владимир Путин Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең «Йәшәйбеҙ һәм хәтерләйбеҙ» проекттар күргәҙмәһен ҡараны, тип хәбәр итә Рәсәй Президентының рәсми сайты.
— Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ һәм иптәштәрегеҙ һәләк булған яугирҙәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү менән шөғөлләнәһегеҙ. Ғаиләләр тарихы биттәрен бергә туплайһығыҙ, халҡыбыҙҙың дөйөм тарихына дөрөҫ мәғлүмәттәр өҫтәйһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте Владимир Путин эҙәрмәндәргә. — Эшегеҙгә яуаплы ҡарауығыҙ Еңеүҙең, илебеҙ азатлығы һәм киләсәгенең ниндәй көс менән яуланыуын оноторға ирек бирмәй.
Владимир Путин үҙ сығышында Новгород еренең Ватанды һаҡлауҙа айырым урын биләүен билдәләне. Президент ветерандарға күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм эҙәрмәндәргә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Хәтер вахтаһы» — эҙәрмәндәр экспедицияһын, тантаналы митингтарҙы, эҙәрмәндәр тапҡан яугирҙәрҙе ҡайтанан ерләүҙе, һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе үҙ эсенә алған саралар комплексы. Быйыл сарала илдең 74 төбәгенән эҙәрмән отрядтары вәкилдәре ҡатнаша.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика