11:21 (UTC+5), 06 Апреля 2015

Башҡортостанда халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүе билдәләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Ғинуар-февралдә республикала халыҡ һаны 2229 кешегә кәмегән. Башҡортостанстат тәбиғи һәм миграция иҫәбенә кәмеүҙе теркәгән.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ике ай эсендә төбәктә 8938 сабый тыуған — былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 8,2 процентҡа кәмерәк. 9166 кеше вафат булған — 3,1 процентҡа күберәк. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи кәмеүе 228 кеше тәшкил иткән. Башҡортостанда үлеүселәр һаны тыуыусылар һанынан 2,6 процентҡа артҡан (Рәсәй буйынса — 12,8 процентҡа).
Волга буйы федераль округында халыҡтың тәбиғи үҫеше Татарстанда (590 кеше) һәм Удмурт Республикаһында (86) артҡан.
Рәсәйҙә үлемдең төп сәбәптәре — ҡан әйләнеше сирҙәре (Рәсәйҙә — 51,6 процент, Башҡортостанда — 40,2), яман һәм яман булмаған шештәр (14,6 һәм 10,9 процент), бәхетһеҙ осраҡтар, ағыуланыуҙар һәм йәрәхәтләнеүҙәр (Рәсәй һәм республика буйынса — 8,1 процент).
Ике ай эсендә төбәктә миграция ағымы күләме 41,1 мең осраҡ тәшкил иткән. 8,3 мең кеше республиканан ситкә киткән, 6,3 мең кеше Башҡортостанды даими йәшәү урыны итеп һайлаған. Миграция сальдоһы — кире: минус 2001 кеше.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика