09:11 (UTC+5), 06 Апрель 2015

Баш ҡалала ГТО нормативтарын тапшырыу башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы булышлығында ГТО нормативтарын тапшырыу башланды. 5 апрелдә Совет районының 5-се лицейында спорт сараһы уҙҙы, унда 7-8 класс уҡыусылары ҡатнашты, тип хәбәр итте ER.RU.
ГТО нормаларын тапшыра башлар алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы, кикбоксинг буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, «Рәсәй Рекордтар китабы» рекордсмены Вил Ғабдуллин уҡыусыларға спорт менән шөғөлләнеүҙең файҙаһы һәм ни өсөн Рәсәй граждандарына ГТО нормаларын тапшырырға кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Спорт байрамы барышында уҡыусылар турникта күтәрелеү, һығылмалылыҡты тикшереү, оҙонлоҡҡа һикереү буйынса нормативтар тапшырҙы. Йәш спортсылар ГТО нормаларын тапшырыуға етди ҡараны. Бер кем дә йәштәштәренән ҡалышырға теләмәне.
— Акция — сәләмәт йәшәү рәүешенә ылығыу, илһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, ихтыяр көсөн тәрбиәләү өсөн нигеҙ булып тора, — тип билдәләне спорт байрамын ойоштороусы, «Балалар спорты-2014» Бөтә Рәсәй проекты еңеүсеһе Линар Солтанов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика