Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2015, 18:43

Рөстәм Хәмитов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса ойоштороу комитетының ултырышын үткәрҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 3 апрелдә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының өсөнсө ултырышын үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышта байрам сараларына әҙерлек, һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва һуғыш ветерандарының фатир мәсьәләләре нисек хәл ителеүе хаҡында һөйләне. 2010 йылдан алып 2015 йылдың аҙағына тиклем 10 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындары торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ. 2015 йылдың 1 мартына торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың дөйөм һаны 1764 кеше тәшкил итә.
– Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан республикаға 1 миллиард 573 миллион һум аҡса бүленде, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Был быйыл 1 300-гә яҡын ветерандың торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Әммә ошо аҡсалар ғына етмәй. Беҙҙә шундай торлаҡҡа хоҡуҡлы тағы 500 самаһы ветеран бар. Уҙған йылдың аҙағында республиканың Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ебәргән ғаризаһына кире яуап килде. Мөрәжәғәтте ҡабаттан әҙерләргә кәрәк.
– Исемлектең даими артыуын иҫәпкә алып, 25 мартта Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына өҫтәмә финанс ғаризаһы ебәрелде, – тип яуапланы Николай Гавва.
Башҡортостан Республикаһы Эҙәрмәндәр отрядтарының төбәк йәмәғәт фонды советы рәйесе Илдар Бикбаев ойоштороу комитеты ултырышында йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Айбулат Хажин тимурсылар хәрәкәте тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, йыл һайын 270 меңдән ашыу уҡыусы өлкәндәргә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостандың хәрби комиссары Анатолий Балтинский Ленин исемендәге майҙанда тантаналы парадҡа әҙерлек һәм республикала зыяраттарындағы туғанлыҡ ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған мәҙәни саралар һәм патриотик акциялар тураһында һөйләне.
– 8 һәм 9 майҙа Өфөгә тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн республика район-ҡалаларынан 300 кеше килә. Ветерандарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатып йөрөргә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – 3 майҙан 12-нә тиклем һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, шулай уҡ уларҙы оҙатып йөрөүселәр өсөн бушлай юл йөрөүҙе тәьмин итергә кәрәк. Бының өсөн төбәк кимәлендәге ведомство-ара штаб булдырылған. Муниципалитеттарҙа ла шундай штабтар эшләргә тейеш. Төп транспорт предприятиеһы итеп «Башавтотранс» ДУП-һы билдәләнгән.
Читайте нас: