10:16 (UTC+5), 03 Апрель 2015

Майҙа республика халҡын өҫтәмә ял көндәре көтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Май айында республика халҡын өҫтәмә ял көндәре көтә. Байрамдарға бәйле 1, 2, 3, 4 һәм 9, 10, 11 май ял көндәре булып тора. 30 апрелдәге һәм 8 майҙағы эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө — ял көндәре. Хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыуы маҡсатында 4 ғинуарҙағы (йәкшәмбе) ял көнө 4 майға (дүшәмбе) күсерелде. 9 май шәмбегә тура килә. Ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тап килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, 9 майҙағы (шәмбе) ял көнө 11 майға (дүшәмбе) күсерелә.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы сатьяһы нигеҙендә төп һәм өҫтәмә түләнгән йыллыҡ отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика