ӨФӨ, 2015 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Федерация Советында Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты ағзаһы, Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташлығы» төбәк йәмәғәтселек ойошмаһы етәксеһе, юридик фәндәр докторы, Рәсәйҙең Рәссамдар, яҙыусылар һәм журналистар союзы ағзаһы, скульптор Рафаил Зинуровтың күргәҙмәһе
асылды. «Донъя илдәре тарихында шәхестәр» тип аталған экспозиция Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына арналған һәм унда ошо илдәрҙең милли батырҙарының һыны урын алған. Күргәҙмәне асыу тантанаһында күп кенә сенаторҙар, шулай уҡ Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко булды. Ул Федерация Советының сираттағы ултырышын асып, Рәсәй парламентының бөтә ағзаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен күргәҙмә менән танышырға саҡырҙы.