09:50 (UTC+5), 01 Апреля 2015

Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2015 Өфөнөң 71-се мәктәбендә белем бирә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2015» XX төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе исеменә Өфө ҡалаһының 71-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Фәнис Шәрәфетдинов лайыҡ булды. Лауреаттар исемлегендә — 3-сө Башҡорт лицей-интернаты уҡытыусыһы Гүзәл Фазылова, 21-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Айһылыу Фәхриева, улар икеһе лә Стәрлетамаҡтан, М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Айгөл Игелекова һәм Борай районы Салҡаҡ ауылының урта белем биреү мәктәбенән Марат Аҙнабаев.
Фәнис Шәрәфетдинов Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһын, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған.
Еңеүсе һәм лауреаттар Башҡортостан Мәғариф министрлығының Почет грамоталары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Шулай уҡ «Иң яҡшы педагогик эссе», «Иң яҡшы дәрес», «Иң яҡшы педагогик инициатива», «Электрон белем биреү концепцияһын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн», «Сәсән телле уҡытыусы», «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн», «Һөнәремә тоғро ҡалам», «Педагогиканың өмөтлө киләсәге» номинацияларында еңеүселәр ҙә билдәләнде.
Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 56 кеше, шул иҫәптән Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре уҡытыусылары ҡатнашты.
Конкурсанттар асыҡ, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, инновациялы тәжрибәләрен тәҡдим итте, ижади эштә һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика