13:00 (UTC+5), 31 Марта 2015

Рәсәй Почтаһы 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланыуы хаҡында иғлан итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 1 апрелдән Башҡортостандың бөтә почта бүлексәләрендә 2015 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Июнь аҙағына тиклем һәр кем каталогта тәҡдим ителгән 15 меңдән ашыу баҫманан һайлап, теләгән гәзит-журналдарға яҙыла ала.
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы барышында Рәсәй Почтаһы ҡайһы бер гәзиттәрҙең таратыу хаҡын былтырғы кимәлдә ҡалдыра һәм арттырмай. Был ҡарар федераль, шулай уҡ төбәк гәзиттәренә лә ҡағыла.
Баҫмалар исемлегендә — таратыу хаҡы былтырғы кимәлдә ҡалған тиҫтәләрсә көндәлек гәзиттәр. Улар араһында «Ведомости», «Коммерсантъ», «Известия», «Российская газета», «Новые Известия», «Комсомольская правда», «Московский комсомолец», «Независимая газета», «Вечерняя Уфа», «Стерлитамакский рабочий» гәзиттәре бар.
Башҡа баҫмалар өсөн таратыу тарифтары 2014 йылғы инфляция кимәленән түбәнерәк индексацияланасаҡ.
Рәсәй Почтаһы 2015 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда подпискаға ярҙам итеү буйынса сараларға 700 миллион һум самаһы йүнәлткән. Аҡса нәшриәттәргә һәм халыҡҡа өсөн ташлама биреүгә бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика