ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 27 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коллегияһында
сығыш яһаны. Ултырыш барышында ведомствоның 2014 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.