06:56 (UTC+5), 30 Марта 2015

Өфөлә трамвайҙар яңыртыла башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөләге Муниципаль электр транспорты идаралығында трамвайҙарҙы һәм троллейбустарҙы яңырта башланылар, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Ремонттан һуң трамвайҙар электр энергияһын 20-40 процентҡа аҙыраҡ ҡуллана.
Капиталь яңыртыу өсөн тәжрибә рәүешендә 2001 йылда сығарылған 71-402 «СПЕКТР» моделендәге дүрт күсәрле пассажир вагоны файҙаланылған. Уны ремонтлауҙа 10 белгес ҡатнашҡан, эштәр дүрт айҙан һуң тамамланған.
Ошо ваҡыт эсендә төп быуындарға һәм агрегаттарға капиталь ремонт яһалған, тормоз системаһы, автоматик идара итеү системаһы яңыртылған, вагонға мейестәр, яңы ултырғыстар, валидатор ҡуйылған. Белгестәр пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге хаҡында ла онотмаған — хәҙер салонда видеокүҙәтеү камералары ла бар. Вагондың эске һәм тышҡы яғы ла буятылған. Яҡтыртыу техникаһы яңыртылған, ишектәр алмаштырылған.
Модернизациялауҙа күсмә состав реостат-контактор идара итеү системаһынан контактор-транзистор системаһына күсерелә. Ҡатмарлы идара итеү механикаһынан баш тартыу ошо системаның өҫтөнлөгө булып тора.
Контактор-транзистор системаһы электр энергияһын 20-40 процент сиктәрендә экономиялауҙы тәьмин итә. Мәҫәлән, яңыртыуға тиклем трамвай йылына уртаса 450-460 мең һумлыҡ электр энергияһын ҡулланһа, башҡарылған эштәрҙән һуң — 260 мең самаһы. Һөҙөмтәлә Муниципаль электр транспорты идаралығы яңыһынан бер ҙә ҡалышмаған пассажир вагонына эйә булды. Яңыртыуға миллион һумдан ашыу аҡса киткән. Ә яңы вагон 10 миллион һум самаһы тора. Капиталь ремонтланған беренсе трамвай Черниковкала маршрутҡа сыға.
Өфөләге Муниципаль электр транспорты идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, трамвай һәм троллейбустарҙы капиталь ремонтлау дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика