Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары менән мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Бөгөнгө көндә ундан ашыу берлектәге инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырылыу кимәлендә, уларҙың алдағы ике-өс йылда эшләй башлауы ихтимал. Улар араһында — Ишембайҙың «Ишсталь» предприятиеһында йылына 300 мең тонна металл етештереү ҡеүәтенә эйә
ҡорос прокаты заводын, «Чжонгэ Импорт Экспорт Трэйд» компанияһы менән берлектә сауҙа-логистика үҙәген төҙөү, «Хайчен Нефтемаш» компанияһы менән бергә нефть-газ ҡорамалдарын етештереү. Шулай уҡ агросәнәғәт һәм фәнни-техник өлкәләрҙә бер нисә проект әҙерләнә.