ӨФӨ, 2015 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы начальнигы Вилора Горохольская Башҡортостан Хөкүмәтендә
үткән ташҡынға ҡаршы республика комиссияһында Башҡортостан Республикаһындағы гидрометеорологик хәл тураһында һөйләне.