08:33 (UTC+5), 26 Марта 2015

Республиканың тәбиғәт парктары төбәктең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһына берләштерелде

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, «Ҡандракүл», «Асылыкүл», «Ирәмәл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктары дәүләт бюджет учреждениелары бер дирекцияға берләштерелде. Был хаҡта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы» учреждениеһы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡарай. Уның эшмәкәрлегенең маҡсаты — республикала айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең эшләүен тәьмин итеү, биологик төрлөлөктө тергеҙеү һәм һаҡлау, үҫемлектәр һәм йәнлектәрҙең һирәк осраған төрҙәрен һаҡлау, туризм өсөн шарттар булдырыу.
— Әлегә тиклем бөтә тәбиғәт парктары дәүләт ҡаҙна учреждениеһы статусына эйә ине, айырым юридик шәхес булып иҫәпләнде. Ләкин министрлыҡ идара итеүҙең иң ҡулай алымдарын даими эҙләй. Парктар төрлө йылдарҙа булдырылған. Һәр береһе ыңғай тәжрибә туплаған. Идара итеүҙең заманса механизмы тәбиғәт объекттарын һаҡлауҙа берҙәм сәйәсәт алып барырға һәм бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә, был әлеге иҡтисади шарттарҙа бик мөһим, — тип аңлатма бирҙе республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика