06:37 (UTC+5), 25 Марта 2015

«Ирәмәл» тәбиғәт паркында «Урал батыр» эпосы буйынса экологик-мәҙәни маршрут булдырыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Ирәмәл» тәбиғәт паркында башҡорт халыҡ эпосы «Урал батыр» буйынса экологик-мәҙәни маршрут булдырыла. Был хаҡта Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Проект Рус география йәмғиәте ойошторған конкурс йомғаҡтары буйынса 650 мең һум күләмендәге грант аҡсаларына тормошҡа ашырыла.
Тәбиғәт паркының директор урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев фекеренсә, проектты ғәмәлгә ашырыу республикала туристик эшмәкәрлекте үҫтереү өсөн нигеҙ буласаҡ һәм әҙәби ҡомартҡыға йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итәсәк.
— Тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, «Урал батыр» ҡырғыҙҙарҙың «Манас», яҡуттарҙың «Олонхо», ҡалмыҡтарҙың «Джангар» әҫәрҙәре менән бер рәттән иң боронғо эпостарҙың береһе булып тора, — тип аңлатма бирҙе Илсаф Ғәбдиев. — Экскурсияға килеүселәр әҫәрҙә һүрәтләнгән һәм «Ирәмәл» тәбиғәт паркы топонимикаһында сағылыш тапҡан урындарҙы үҙ күҙҙәре менән күрә ала.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, яңы экскурсия объекты 10 меңгә яҡын туристы йәлеп итәсәк. Проекттың белем биреү һәм социаль файҙаһы ла бар. Унда туристарҙы хеҙмәтләндереү буйынса эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә «Ирәмәл» тәбиғәт паркы биләмәһендә экскурсияның конспекты (технологик карта) әҙерләнәсәк. 25 километр оҙонлоғондағы махсус маршрутта туристар өсөн ете йыһазландырылған туҡтау урындарын булдырыу планлаштырыла. Эштәр ағымдағы йылда башҡарыласаҡ.
«Ирәмәл» тәбиғәт паркы Белорет, Учалы райондары менән Силәбе өлкәһе сигендә урынлашҡан. Уның майҙаны 49 гектарҙан ашыу тәшкил итә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — тәбиғәт комплекстарын һәм уларҙың төрлөлөгөн һаҡлау
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика