10:45 (UTC+5), 25 Март 2015

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 20 йыллығы уңайынан республика парламентының наградалары тапшырылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 20 йыллығы уңайынан республика парламенты наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө саҡырылыш закондар сығарыу йыйылышы депутаттары, дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре бар.
— Бөгөнгө көндә беҙҙең парламент йөкмәтелгән бурыстарҙы яуаплы башҡара, абруй менән файҙалана, — тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, тантананы асып.
Саҡырылған кешеләрҙең барыһы ла республиканың закон сығарыу органы үҫешенә тос өлөш индерҙе, тип билдәләне спикер.
Иң беренселәрҙән булып Дәүләт Йыйылышының Почет грамотаһын Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Наилә Ғәлиева алды.
— Беҙ парламенттың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Комитет вәкилдәре юғары һөнәрилеге, үҙҙәре тикшергән мәсьәләләргә яуаплы ҡарауҙары менән айырылып тора, — тине Наилә Ғәлиева.
Бөтәһе 21 кеше юғары наградаларға — «Законлылыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн» һәм «Башҡортостан Республикаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн» почет билдәләре, Почет грамоталары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика