13:00 (UTC+5), 25 Марта 2015

Баш ҡалала «Илһам» әҙәби конкурсында еңеүселәр бүләкләнәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 25 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 26 мартта Өфөлә Әҙәбиәт йылына арналған «Илһам» әҙәби конкурсында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнәсәк. Тантана Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында уҙа.
Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бәйге 5-8 һәм 9-11 класс уҡыусылары араһында ойошторолдо. Конкурсҡа башҡорт, рус һәм татар телдәрендә ижад ителгән шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре ҡабул ителде.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Башҡорт дәүләт драма театры, «Аманат» журналы, «Ҡыҙыл таң» һәм «Истоки» гәзиттәре, Өфө ҡалаһы Октябрь районының Балалар ижады үҙәге. Бағыусыһы — Рәсәй Машиналар эшләүселәр союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе. Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко махсус приз булдырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика