13:04 (UTC+5), 24 Март 2015

Өфөлә иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын һайлайҙар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2015» төбәк-ара конкурсы асылды. Педагогтарҙың XX форумына 56 ҡатнашыусы йыйылды. Улар араһында Башҡортостандың ҡала-райондарынан ғына түгел, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән дә башҡорт теле уҡытыусылары бар. Быйыл конкурста ир-егет уҡытыусылар ҙа ҡатнаша. Улар — Өфөнөң 71-се һәм 159-сы мәктәптәренән Фәнис Шәрәфетдинов менән Венер Әсмәндиәров, Борай районынан Марат Аҙнабаев һәм Ҡурған өлкәһенән Йәлил Садиҡов.
Конкурсанттар бер нисә көн буйына яңы проекттарын тәҡдим итеүҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади эштәрҙә һәм фекер алышыуҙарҙа көс һынашасаҡ. Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ғиниәт Ҡунафин етәкселегендәге жюри ағзалары уҡытыусыларҙың февраль айында үткәргән асыҡ дәрестәренә айырыуса иғтибар бирҙе. Эксперттар фекеренсә, был уҡытыусы өсөн төп эш формаһы булып тора.
— Конкурстың маҡсаты — республикала һәм унан ситтә һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, уларға ярҙам күрһәтеү, — тине Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. Ведомство башлығы фекеренсә, бәйге уҡытыусыны дәртләндереү сараһы ла, сөнки ул һөнәри үҫешкә этәрә, уҡытыусылыҡ эшенең сифатын арттырырға һәм республика педагогтарының ҡаҙаныштарын Рәсәй кимәлендә күрһәтергә мөмкинлек бирә.
19 йыл эсендә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторған конкурста 977 уҡытыусы ҡатнашҡан, 95-һе лауреат исеменә лайыҡ булған.
Еңеүсене һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы 27 мартта көндөҙгө сәғәт 11-ҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙа.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика