13:38 (UTC+5), 20 Март 2015

23 мартта Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башлана

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 марттан 24 апрелгә тиклем Берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу башлана. Унда ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын уҡыусы ғариза биргән. БДИ-ны уҙған йылдарҙағы һәм быйылғы сығарылыш уҡыусылары бирәсәк.
Быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлдәргә бүленгән. 23 мартта база кимәлен вузға ингәндә математиканы юғары кимәлдә белеү талап ителмәгән сығарылыш уҡыусылары тапшыра. Башҡортостанда уны 38 кеше бирә. 26 мартта математиканы һәм ҡатнаш дисциплинаны һөнәри эшмәкәрлектәрендә ҡулланырға ниәтләгән 76 кеше профилле имтихан тапшыра. 30 мартта рус теле буйынса БДИ үткәреләсәк, уны тапшырыуға 107 ғариза бирелгән.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо менән имтихандарҙы үткәреүҙең өс пункты билдәләнгән: Өфөлә — 58-се лицей, Октябрьскийҙа — 22-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Стәрлетамаҡта — 1-се лицей, тип хәбәр итте Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева.
Берҙәм дәүләт имтиханы барышын йәмәғәт күҙәтеүселәре, шул иҫәптән Башҡортостан Дәүләт имтихан комиссияһының федераль ағзалары күҙәтәсәк.
Имтихан урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика