09:59 (UTC+5), 19 Март 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Борис Положий менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 18 мартта Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов медицина фәндәре докторы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы суицидтарҙы иҫкәртеү буйынса эшсе төркөм етәксеһе Борис Положий менән осрашты. Яҡтар ошо йүнәлештәге эштәрҙе ойоштороу мәсьәләләрен һәм эшсе төркөм туплаған тәжрибәне төбәк кимәлендә файҙаланыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.
– Һеҙ мөһим мәсьәлә менән шөғөлләнәһегеҙ. Һүҙ халыҡтың сәләмәтлеге хаҡында бара. Беҙ Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының психотерапия үҙәген астыҡ. Бөгөнгө көндә лә учреждение эшләй, тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ артабан ошо йүнәлештәге эшкә булышлыҡ итәсәкбеҙ. Ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа үҙәктең филиалдары асылыуын теләйбеҙ.
Борис Положий Республика клиник психотерапия үҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Мин Рәсәй буйынса күп йөрөйөм, коллегаларым менән аралашам. Психотерапия үҙәге формаһында барлыҡҡа килгән структура Рәсәйҙәге иң яҡшы структура тип әйтә алам. Кешеләрҙең психик сәләмәтлеген һаҡлау, нығытыу өсөн булдырылған модель булараҡ ул бик ҡыҙыҡлы. Ул Рәсәй өсөн бик ҡулай, – тип билдәләне профессор.
Уның фекеренсә, суицидтарҙы иҫкәртеүҙә медиктар күберәк идеолог булараҡ сығыш яһай, сөнки был мәсьәләлә йәмғиәттәге хәл төп ролде уйнай. Шуға бәйле махсуслашҡан ярҙам структураһын булдырыу зарур.
– Властарҙың Башҡортостандағы суицидтарға бәйле хәлгә борсолоу белдереүе мәсьәләнең хәл ителәсәгенә өмөт бирә, – тине Борис Положий журналистар менән аралашҡанда. – Суцидтарҙы иҫкәртеү – медицина сараһы ғына түгел, шулай уҡ власть, дәүләт, йәмәғәт структураларының, педагогтарҙың, киң мәғлүмәт сараларының бурысы булып тора. Матбуғат сараларында ошо йүнәлештә халыҡҡа дөрөҫ, файҙалы мәғлүмәт еткерергә кәрәк. Шундай үҙәк булғанда, был хәл яйға һалынасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика