Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2015, 11:49

Өфөләр Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәй составына инеүенә бер йыл тулыуҙы байрам итте

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәй составына инеүенә бер йыл тулыу уңайынан митинг-концерт ойошторолдо. Ҡала халҡы Ҡырымдың илебеҙгә ҡушылыу шатлығын уртаҡлашыусыларға теләктәшлек белдереү өсөн Салауат Юлаев майҙанына йыйылды.
Рәсәйҙең яңы субъектындағы күп милләтле халыҡтың бер йыл элек тарихи ғәҙеллеккә ирешеүе айҡанлы уҙғарылған митингта бик күп кеше ҡатнашты. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө йәштәге кешеләр һәм һөнәр эйәләре берҙәмлек байрамына килде.
— Бер йыл элек Рәсәй сәйәси ихтыярын күрһәтте — туғандаш халҡын ҡан көҫәгән фашистик милләтселәргә тарҡатырға бирмәне. Абруйыбыҙҙы кире ҡайтарҙыҡ, илебеҙҙең мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле бөйөк держава икәнлеген раҫлай алдыҡ, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев.
Республика парламенты спикеры былтыр июнь айында Башҡортостан делегацияһы составында Ҡырымдың Белогорск районында булыуы хаҡында һөйләне. Константин Толкачевтың унда күргән емереклек һәм ярлылыҡҡа иҫе китә.
— Республикабыҙ, Рәсәйҙең бөтә төбәктәре кеүек үк, тиҙ арала Ҡырым халҡына ярҙам күрһәтә башланы. Әле лә ошо эште дауам итәбеҙ, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында лайыҡлы урын биләйәсәгенә шикләнмәйбеҙ. Яҙ көнө Ҡырымда булған ваҡиғалар үҙебеҙҙе, туғандаш халыҡтарҙы, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе яҡлай аласаҡбыҙ икәнлекте күрһәтте. Бөйөк Рәсәй булды, бар һәм буласаҡ, — тип һүҙен йомғаҡланы Константин Толкачев.
Тап бер йыл элек Мәскәүҙә Ҡырым Республикаһының һәм Рәсәй моряктары ҡалаларының Рәсәй составына инеүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ 2014 йылдың 16 мартында Ҡырым Автономиялы Республикаһында һәм Севастополь ҡалаһында үткәрелгән референдумда халыҡтарҙың үҙ ихтыярын белдереүенә нигеҙләнә. Ул саҡта ҡырымдарҙың — 96,77 һәм Севастополдә йәшәүселәрҙең 95,6 проценты Рәсәйгә ҡушылыу өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, Рәсәй рухи һәм мәҙәни яҡтан һәр саҡ илебеҙҙеке булып һаналған биләмәләрҙе кире ҡайтарҙы.
— Бер йыл элек барыбыҙ ҙа Украинала барған ваҡиғаларҙы тулҡынланып күҙәттек. Бөгөнгө байрам — былтыр үткәрелгән референдум, дәүләт башлығы Владимир Путиндың ҡыйыу эш итеүе һөҙөмтәһе. Был көндө илебеҙ көслө, ғорурланырлыҡ дәүләт булһын өсөн һәр кемдең үҙ өлөшөн индереүен теләйем, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Халыҡ фронты — Рәсәй өсөн» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Митинг-концертта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Читайте нас: