Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
28+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2015, 16:48
Республика Хөкүмәте йорто янындағы скверға Зыя Нуриев исеме бирелде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Хөкүмәте йорто эргәһендә урынлашҡан скверға дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриев исеме бирелде. Быйыл уның тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнә. 18 мартта Өфө ҡала Советы ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул ителде.
Уның туғаны һәм Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташлығы» йәмәғәт ойошмаһы Зыя Нуриевтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Ҡала Советы депутаттары был башланғысты хупланы. Бынан тыш, республика Хөкүмәте Зыя Нуриевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей саралары планын раҫланы. Ошо планға ярашлы, Бөрө районындағы мәктәптәрҙең береһенә дәүләт эшмәкәренең исеме биреләсәк. Мәктәптә мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ тантаналы йыйылыш һәм концерт планлаштырылған.
Зыя Нуриев 1915 йылдың 8 мартында (яңы стиль буйынса 21 мартта) Бөрө районының Үрге Ласынтау ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бөрө педагогия техникумын тамамлағас, республиканың халыҡ мәғарифы системаһында, ә 1942 йылдан дәүләт идара итеү өлкәһендә эшләгән. Дөйөм алғанда, ул 40 йылға яҡын БАССР-ҙа, артабан СССР Хөкүмәтендә юғары вазифалар биләгән. 1957 йылдың 14 июненән алып 12 йыл дауамында КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында беренсе секретарь булған. Һуңғараҡ элекке Советтар Союзындағы ҙур министрлыҡтарға һәм ведомстволарға етәкселек иткән, СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән.
Зыя Нурый улы республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән. Республиканың индустриаль үҫешендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеү, ауыл хужалығын күтәреү, торлаҡ һәм төрлө объекттар төҙөлөшө, яңы юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын асыу уның исеме менән бәйле.
СССР-ҙың партия, дәүләт төҙөлөшөн, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн 1975 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Ул дүрт Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет билдәһе», Салауат Юлаев ордендары, бихисап миҙал менән бүләкләнгән.
Теги:
ҡала советы
Читайте нас: