07:29 (UTC+5), 17 Март 2015

Республикала Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған экспедиция тамамланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы ҡаргиҙәрҙәрҙә ойошторолған экспедиция тамамланды. Уҙышта ҡатнашыусылар 400 саҡрымдан ашыу юл үтте.
«Геройҙар иҫтәлегенә» экспедицияһын Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары, ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм журналистар Шишмә, Әлшәй, Стәрлебаш һәм Миәкә райондары буйлап ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт итте. Улар үҙҙәре менән Еңеү байрағын да алғайны.
13 мартта Өфөлә экспедицияға старт бирелде. Сәйәхәт Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың тыуған төйәге — Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тамамланды. Уҙыш сиктәрендә ҡатнашыусылар Шишмә районының Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге урта мәктәп уҡыусылары менән осрашты, шулай уҡ Шафран шифаханаһы биләмәһендәге туғандар ҡәберлеген ҡараны. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында унда госпиталь булған. Бынан тыш, Стәрлебаш ауылында һәләк булған яугир яҡташтар һәйкәле янында йәштәр менән осрашыу ойошторолдо.
Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында экспедицияла ҡатнашыусылар һәләк булған ауылдаштар стелаһы янындағы Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалды, уның музейына барҙы. Һәр осрашыу «Еңеү көнө» йыры менән тамамланды.
Экспедиция барышында Дәүләт Йыйылышы депутаттары Келәш һәм Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылдарындағы мәктәп китапханаларына «Полк улы» һәм «Ысын кеше тураһында повесть» китаптарын бүләк итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика