13:00 (UTC+5), 16 Март 2015

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы яңы эфир сигналына күсте

"Башкортостан" ДТРК-һы, Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 14 марттан 15-нә ҡарай төндә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы яңы эфир сигналына күсте. Телерадиокомпания иҫкергән ҡорамалдарҙан һанлыға күсте. Был хаҡта «Башҡортостан» ДТРК-һы генераль директоры Азамат Сәлихов хәбәр итте.
— «Башҡортостан» ДТРК-һы Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы холдингының ун филиалының береһе әүерелде, — тип һөйләне Азамат Сәлихов. — Хәҙер ябай антенна ла асыҡ сигналды тотоп аласаҡ. Әлегә тулыһынса һанлы күрһәтеүгә күстек тип әйтеп булмай, сөнки тапшырғыстар һанлы түгел.
Етәксенең һүҙҙәренсә, ДТРК-да сигналды яҡшыртыуҙың яңы системаһы ҡуйылған. Бөгөнгө көндә хеҙмәткәрҙәр белемдәрен камиллаштыра, апрелдә ошо ҡорамал да сафҡа индереләсәк. 20-21 апрелдә «Ҙур һан» акцияһы ойошторола, телевизор ҡараусыларға яңы ҡорамалды күрһәтәсәктәр һәм эфирҙа һынап ҡараясаҡтар.
«Рәсәй — ваҡыт буйлап сәйәхәт. «Ҙур һан» проекты» промоакцияһын уҙғарыу тәртибе менән Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк филиалы сайтында танышырға мөмкин.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика