09:36 (UTC+5), 13 Марта 2015

2014 йылда Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районына 217 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2014 йылда Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районына 217 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәткән: техника, аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткән, ремонт эштәре башҡарылған. Был хаҡта урындағы радиостанция эфирында Белогорск районы хакимиәте башлығы Александр Ванашов хәбәр итте.
— Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йорттарҙың, дауаханаларҙың, балалар өсөн интернаттың ҡыйыҡтары ремонтланды, — тип һөйләне Александр Ванашов. — Бынан тыш, һыу үткәрелде, төрлө техника һатып алынды. Ярҙам күрһәткәндәре өсөн район халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәм.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Илдус Мамаев хәбәр итеүенсә, Белогорскиға өс партия гуманитар йөк оҙатылған. Шул иҫәптән — белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, социаль яҡлау учреждениелары өсөн продукция, тиҙ ярҙам машиналары, медицина компьютер ҡорамалдары, дарыуҙар, аудио- һәм видеотехника, китаптар, спорт формалары, музыка ҡоралдары. Йылҡы үрсетеү хужалығына башҡорт тоҡомло биш айғыр тапшырылған.
— Икенсе йүнәлеш — коммуналь өлкә объекттарын йылытыу миҙгеленә әҙерләү, — тине Илдус Мамаев. — 37 объект, 15 йорт, алты мәктәп, өс ҡаҙанлыҡ ремонтланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда газ үткәреү мәсьәләһе мөһим булып ҡала. Белогорск — Ҡырымда газ яғыулығы менән тәьмин ителмәгән берҙән-бер район. 2015 йылда ошо йүнәлештәге эште дауам итәсәкбеҙ. Йорттарға газ үткәрергә кәрәк, был коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡын кәметергә һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн база булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Александр Ванашов һүҙҙәренсә, Башҡортостан ҡалаларының береһе менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу идеяһы бар. Әлеге көндә республикаға материалдар ебәрелгән, Белогорск районында тәҡдим көтәләр.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика