10:09 (UTC+5), 12 Марта 2015

Республика йортонда Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙылар

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Кесаҙна көндө Республика йортонда Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Тантананы төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов алып барҙы. Ул Рөстәм Хәмитов исеменән бүләкләнеүселәргә намыҫлы хеҙмәттәре, республика һәм ил үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Төрлө өлкәләрҙә, тармаҡтарҙа эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙгә уртаҡ һыҙаттар хас. Һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, һөнәргә тоғролоҡ, ватансылыҡ кеүек сифаттар берләштерә, — тине Сергей Молчанов. — Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса барлыҡ социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшелгән. Тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙ арҡаһында беҙ ошо күрһәткестәргә ирештек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе.
Бөгөн төрлө тармаҡта эшләүсе 45 хеҙмәт алдынғыһы бүләкләнде. Улар араһында депутаттар һәм чиновниктар, ветеринарҙар һәм малсылар, табиптар һәм слесарҙар, музыка мәктәптәре уҡытыусылары һәм музей хеҙмәткәрҙәре, урмансылар һәм сауҙа өлкәһендә эшләүселәр, китапханасылар һәм журналистар бар.
«Урал сасси» гәзитенең баш мөхәррире Юрий Михайловҡа, «Өмөт» гәзитенең хаттар бүлеге мөдире Гөлара Арыҫлановаға, «Тамыр» телеканалы комментаторы Гөлфиә Раяноваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» исеме бирелде.
1 из 16
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика