06:14 (UTC+5), 11 Март 2015

Республикала иң сибәр 12 башҡорт ҡыҙы билдәләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөнөң «Театро» клубында «Һылыуҡай-2015» республика телевизион конкурсына кастинг үткәрелде.
Унда 30-ҙан ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Финалсыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Гөлнур Ҡолһарина, «Һылыуҡай-2015» бәйгеһе продюсеры Илдар Ишкинин, конкурстың режиссеры Айгөл Сиражетдинова, хореограф Азалия Дилмөхәмәтова, Башҡортостандың Ҡатнаш көрәш сәнғәте федерацияһы президенты Руслан Зарипов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов составындағы жюри һайлап алды.
Рәсәй ҡалаларынан һәм республика райондарынан 12 һылыуҡай финалға үтте. Улар — Әлфиә Килдейәрова (Мәскәү), Ильнара Рахманғолова (Баймаҡ районы), Ильнара Үтәшева (Санкт-Петербург), Светлана Кожаринова (Магнитогорск), Әлиә Әбдрәшитова (Бөрйән районы), Римма Әбүбәкерова (Стәрлетамаҡ), Гөлназ Ильясова (Ишембай), Гөлшат Манапова (Салауат районы), Зәлиә Яппарова (Күгәрсен районы), Диана Мөхәмәтйәнова (Өфө), Ильмира Моталова (Хәйбулла районы) һәм Нәркас Насирова (Сибай).
Әҙерлек осоронда ҡыҙҙар «Һылыуҡай көндәлеге»ндә төшәсәк. Тиҙҙән уны «Туған тел» каналында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ улар бейеү, актерлыҡ оҫталығы, йыр һәм дефиле буйынса профессиональ уҡытыусылар менән шөғөлләнәсәк.
12 мартта «Интернет гүзәле» номинацияһында тауыш биреү башлана.
— Бәйгенең финалы апрель баштарында «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә, — тип хәбәр итте «Һылыуҡай-2015» конкурсының матбуғат секретары Динара Кәримова.
Конкурсты ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Туған тел» телеканалы һәм «Һомай» дефиле-театры. Бәйге Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов булышлығында уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика