07:45 (UTC+5), 10 Марта 2015

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында Бөйөк Ватан һуғышы проблемалары буйынса бөтә Рәсәй конференцияһы уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «Совет халҡының Бөйөк Еңеүе: тарих дәрестәре һәм заман саҡырыуы» тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башлай. Форум 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған. Уның ойоштороусылары — Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән бер рәттән Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡи гуманитар академияһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостандың Милли музейы, «Белем» йәмғиәте, Башҡортостандың Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары ойошмаһы.
Конференция эшендә хәрби тарих проблемаларын өйрәнеүсе ғалимдар, белгестәр, юғары уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡытыусылары, ветеран һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан хәбәр итеүҙәренсә, сит илдәрҙән дә эксперттарҙың килеүе көтөлә.
Форумда Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғышының мөһим проблемаларын тикшереү планлаштырылған. Конференция сиктәрендә Рәсәй, шулай уҡ Минск, Донецк, Бишкәк, Дүшәнбе ҡалалары ғалимдарының доклады тәҡдим ителәсәк.
Пленар өлөштән һуң конференцияла ҡатнашыусылар Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика