11:48 (UTC+5), 04 Март 2015

Өфөлә Х халыҡ-ара Сәнәғәт салоны эшләй

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә «ВДНХ-Экспо» комплексында Х Сәнәғәт салоны эшләй. Ул республикала ҙур тармаҡ проектынан һанала, унда Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы компаниялары белгестәре заманса ҡорамалдар һәм технологиялар тәҡдим итә, тәжрибә уртаҡлаша, шулай уҡ сәнәғәт тармағы үҫеше йүнәлештәрен тикшерә. Сәнәғәт салоны сиктәрендә «Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау» тип аталған махсуслаштырылған күргәҙмә ойошторолған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Уны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы булышлығында Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, республика Профсоюздар федерацияһы, Рәсәйҙең Машина төҙөүселәр союзы ярҙамында «СВАРТЭКС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
Сәнәғәт салоны йәнә Башҡортостандың һөҙөмтәле эшҡыуарлыҡ майҙансығына әүерелде. Унда профилле министрлыҡ һәм ведомство, коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, тармаҡ эксперттары эштәр менән таныша һәм файҙалы килешеүҙәр төҙөй алды.
«Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау» махсуслаштырылған күргәҙмәһендә 11 предприятие үҙ тауарын күрһәтә. Башҡортостандан «Көнсығыш-Сервис», «Эш кейемдәре комбинаты», «Техно-Авиа» ҡатнашты.
Күргәҙмә барышында хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләре буйынса семинар үткәрелде. Форумда республиканың тармаҡ профсоюздары вәкилдәре, техник хеҙмәт инспекторҙары ҡатнашты. Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Әлфир Саҙретдинов семинарҙың модераторҙары булды.
«Һаҡланыу саралары. Хеҙмәтте һаҡлау» махсуслаштырылған күргәҙмәһе «ВДНХ-Экспо» комплексында 5 мартҡа тиклем эшләй.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика