09:41 (UTC+5), 02 Марта 2015

Республиканың таулы райондарында 10 градусҡаса йылытасаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың таулы райондарында һауа температураһы 8-10 градусҡа тиклем йылытасаҡ. Был хаҡта Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итә.
2 мартта көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә 15-20 градус һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы буласаҡ, таулы райондарҙа 8 градусҡа тиклем йылытасаҡ.
3-4 мартта республикала көндәрҙең аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә 15-20 градус һыуыҡ, урыны менән ете градустан түбән, көндөҙ 1 градус йылынан 4 градусҡаса һалҡын, таулы райондарҙа 10 градусҡа тиклем йылы буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика