06:56 (UTC+5), 02 Марта 2015

Башҡортостандың Ирекмәндәр берлеге ағзалары «Һуғыш балалары» ойошмаһы конференцияһында ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Ирекмәндәр берлегенең әүҙем ағзалары ветерандарҙың саҡырыуы буйынса «Һуғыш балалары» йәмәғәт ойошмаһының конференцияһында ҡатнашты. Конференция Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы төбәк бүлексәһе менән берлектә ойошторолғайны. Осрашыуҙа ветерандар, партия ағзалары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, «Һуғыш балалары» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Делегаттарҙың сығышы тыңланды, конференцияның ҡарары ҡабул ителде, әүҙем ағзаларҙы бүләкләү булды һәм концерт программаһы күрһәтелде.
«Һуғыш балалары» йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Александр Палтусов емешле хеҙмәттәшлек һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн «Рәсәй Ирекмәндәр берлеге» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
«Һуғыш балалары» ойошмаһы 2010 йылда булдырылған. Ойошма бала саҡтары Бөйөк Ватан һуғышы шарттарында үткән кешеләрҙе берләштерә. Ойошманың төп бурысы — Һуғыш балаларының законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ярҙам итеү, уларға рәсми юридик статус биреү, үҫмерҙәрҙең фашист илбаҫарҙарын Еңеүгә индергән тарихи өлөшөн тикшереү. «Һуғыш балалары» ойошмаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм йәштәр араһындағы бәйләнеште тормошҡа ашыра, быуындар күсәгилешлеген һаҡлай.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика