09:24 (UTC+5), 27 Февраля 2015

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының яңы урынбаҫары тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Эльза Сыртланованы республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Тейешле бойороҡ Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән.
Эльза Рәиф ҡыҙы Сыртланова 1969 йылдың 23 ғинуарында Өфөлә тыуған. 1992 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1989 йылда 6-сы ҡала дауаханаһының күкрәк хирургияһы бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып башлай. 1994-1998 йылдарҙа — БДМУ-ның 1-се эске ауырыуҙар кафедраһы ассистенты, 1998-2001 йылдарҙа — 13-сө ҡала клиник дауаханаһының 1-се кардиология бүлексәһе мөдире, 2001-2010 йылдарҙа — ошо дауалау учреждениеһының баш табип урынбаҫары, 2010-2015 йылдарҙа — Өфөнөң 33-сө поликлиникаһы баш табибы.
Эльза Сыртланова — медицина фәндәре докторы, «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика